Башҡортостанда өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүлемдәрен биреү тәртибе үҙгәрә. Ошо туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында тикшерелә. Башҡортостанда 3 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, инвалид бала ҡараған ғаиләләр бушлай ер алыу хоҡуғына эйә. Парламентарийҙар уны аҡса менән алмаштырырға тәҡдим итә. Шулай ҙа дәүләт ярҙамын ниндәй формала алырға икәнен граждандар үҙҙәре һайлаясаҡ.
Күп балалы ғаиләләр ер урынына 250 мең аҡса ала
Тулыраҡ: Күп балалы ғаиләләр ер урынына 250 мең аҡса ала