Ҡытайҙан Башҡортостан туристары әйләнеп ҡайтты

Тулыраҡ: Ҡытайҙан Башҡортостан туристары әйләнеп ҡайтты

Өфө халыҡ-ара аэропортына Ҡытайҙың Санья ҡалаһынан һуңғы самолет әйләнеп ҡайтты. Башҡортостанға коронавирусты индермәҫ өсөн аэропортта санитар күҙәтеү көсәйтелгән. Һәр бер турист махсус ҡоролма-тепловизор ярҙамында ентекле тикшереү үтте. Температураһы күтәрелгән пассажирҙы шунда уҡ дауаханаға оҙаталар. Ә туристарға килгәндә иһә, улар үҙҙәрен яҡшы тоя. Әммә һәр береһе мотлаҡ рәүештә медицина битлегендә. Ял итеп ҡайтыусылар әйтеүенсә, Санья ҡалаһында барыһы ла тыныс, кәрәкле учреждениелар эшләй. Шулай ҙа, Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итте.