Яңы закон проекттары

Тулыраҡ: Яңы закон проекттары

Башҡортостан йылъяҙмаһында яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа килә, күп балалы ғаиләләргә 250 мең һум аҡса бирелә һәм балиғ булмағандарға “снюс” һатыусыларға штраф һалына. Тәмәке тартыуға алмашҡа тәҡдим ителгән һура- йә сәйнәй торған никотинлы ҡатнашмаларҙы балаларға һатыуҙы тыйырға Республика прокуратураһы тәҡдим итә.

Тәмәке тартыуға оҡшатып яһалған тәмәкеһеҙ изделиеларҙы балиғ йәшенә етмәгәндәргә һатыу федераль кимәлдә тыйылған. Был туралағы Закондағы исемлеккә депутаттар һура, сәйнәй һәм еҫкәй торған ҡатнашмаларҙы индереүҙе күҙ уңында тота. Балалар ғына түгел ололарҙың да сәләмәтлегенә хәүеф тыуҙырған йәнә бер тиҙ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә – эйәһеҙ эттәрҙе зарарһыҙландырыу. Республикала уларҙың иҫәбен алып барыу мөмкинлеге сикле, ә тотолғандарын приютта аҫырау өсөн бюджеттан 63 миллион һум аҡса йәлеп ителә.

Урындағы үҙидара органдарына ҡайһы бер дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереп депутаттар хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү талаптарын Рәсәй ҡануниәтенә яраҡлаштыра. Республикала ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы Законға үҙгәрештәр иһә күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы урынына аҡса биреү менән бәйле. Шәхси йорт төҙөүгә ер биләмәһе алырға хоҡуғы булған ғаиләләр үҙ ризалығы менән хәҙер 250 мең һум аҡса алала. Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылында календарҙа Башҡортостандың шанлы тарихын сағылдырған яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа киләсәк

. Республика парламенты 13 ноябрҙе 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы көнө, тип билдәләне. 17-се пленар ултырыштың көн тәртибендә өс тиҫтәнән ашыу мәсьәлә тикшерелде. Депутаттар парламенттың көҙгө сессия осорондағы эшмәкәрлеге хаҡында һәм республиканың Контроль-иҫәп палатаһы эше тураһында белдереүҙәрҙе тыңланы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.