Мәктәп стоматологияһы

Тулыраҡ: Мәктәп стоматологияһы

Башҡортостанда “мәктәп стоматологияһы” программаһы яңы үҫеш ала. Республика башлығы Радий Хәбировтың Күрһәтмәһенә ярашлы, белем биреү усаҡтарына хәҙер теш дауалау өсөн “күсмә бүлмә” һатып алынасаҡ. Ун бер миллион һумлыҡ аппаратураны КАМАЗ машинаһы базаһына урынлаштыралар. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған “Мәғариф сәғәтендә” әйтелде. Кәңәшмәлә балалрҙың йәйге ялын уҙғарыу тураһында ла һүҙ барҙы. Был кампания өсөн быйыл 2 миллиард 200 миллион һум аҡса бүленә. Республикала әле “Күтәрел” мәғариф форумына лә әҙерләнәләр. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған кәңәшмә февралдең 28-нә тәғәйенләнде. Радий Хәбиров шулай уҡ балаларҙың һаулығын яҡшыртыу менән бер рәттән, уларҙың белем кимәлен үҫтереү кәрәклегенә айырым иғтибар бүлергә ҡушты.