Башҡортостан авариялар һаны буйынса күп миллионлы Мәскәүҙе уҙып киткән

Тулыраҡ: Башҡортостан авариялар һаны буйынса күп миллионлы Мәскәүҙе уҙып киткән

Уҙған йылда республикала 4 мең 280-дән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 500-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән 23 бала, 5 мең 400-ҙән ашыуы йәрәхәттәр алған. Ошо хаҡта Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының уҙған йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында бәйән ителде. 2019 йылда иҫерек водителдәр арҡаһында 391 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Улар 88 кешенең ғүмерен ҡыйған, 500-ҙән ашыуына ауыр йәрәхәттәр килтергән. Уҙған йыл йомғаҡтарына арналған сарала беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре лә тәбрикләнде. Мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, телеоператорҙарға маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.