Поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға музей асыла

Тулыраҡ: Поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға музей асыла

Өфөлә төньяҡ киңлектәрҙе өйрәнеүсе, поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арналған музей асыла. Был хаҡта Башҡоростан башлығы Радий Хәбров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Музейҙа төп урын штурман Альбановҡа бүленәсәк. Кем һуң ул Валериан Альбанов? Уны Өфө менән нимә бәйләй. Арктиканы яулаусы штурман Валериан Альбанов Өфөлә тыуғып үҫкән. Уның батырлығы, фән өсөн асыштары хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе курсанттар мауығып тыңлай. Волга йылға транспорты дәүләт университетының Өфө филиалында 2015 йылдан музей эшләй. Билдәле штурмандың тормошонан артефакттар бында юҡ, әммә яҙмыштарын диңгеҙ флоты менән бәйләргә теләүселәр өсөн легендар штурман хаҡында бөтә сығанаҡтар ҙа мөһим.

Бында Альбановтар ғаиләһенең нәҫел ағасы ла тергеҙелгән. Карелиндың «Ике капитан» романы ла бында юҡҡа ғына ҡуйылмаған. Әҫәрҙә тап «Изге Анна» корабле штурманы Альбановтың хәтирәләренә таянып 1912 йылдағы тарихи ваҡиға сағылдырыла. Ошо уҡ филиалда Башҡортостан хәрби моряктары тарихына бағышланған музей ойошторолған. Уның мөдире, өлкән мичман Ринат Иҡсанов әйтеүенсә ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү тәү нәүбәттә йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән мөһим. Ниһәйәт, Өфөлә төньяҡ киңлектәрҙе өйрәнеүсе, поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арналған музей асыла. Был хаҡта Башҡоростан башлығы Радий Хәбров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Музейҙа төп урын Арктиканы өйрәнеүсе, яҙыусы Валериан Альбановҡа биреләсәк.

Уның ҡайҙа тыуғаны һәм ҡайҙа үлгәнлеге хаҡында оҙаҡ йылдар мәғлүмәт булмай. Әммә билдәле полярниктың яҙмышын 40 йыл дауамында өйрәнгән яҙыусы Михаил Чванов Альбановтың метрикаһына юлыға. Ул Өфөлә тыуған һәм атаһы үлгәс ағаһының тәрбиәһендә үҫә. Өфөлә ир-егеттәрҙең беренсе гимназияһында уҡыған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Музей асылыу ҙа Михаил Чвановтың тырышлығы арҡаһында. Валереан Альбановтың исемен яңынан халыҡ хәтеренә ҡайтарыу йәһәтенән беҙҙең канал журналистары ла ҙур эш башҡарҙы. Михаил Чвановтың «Изге Анна судноһының һәләкәте" китабына таянып документаль фильм төшөрөп тамашасы ҡарамағына сығарҙы. Бының өсөн улар Альбанов исемен йөрөткән нефть ташыу танкерында Арктика буйлап, ҡасандыр "Изге Анна" судноһы юлланған маршруттың бер өлөшөн үтте.

Фильмды төшөрөүҙә һәм музей асылыуҙа Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашеваның да өлөшө ҙур. Валериан Альбанов йәшәгән йорт Аксаков урамында урынлашҡан. Крайҙы өйрәнеүселәр һәм инициатив төркөм тап ошо йортта музей урынлашырға тейеш, тип һанай. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында диңгеҙселәргә арналған мәҙәни урын әлегә башҡа урында. Поляр экспедицияларҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға арналған музей Свердлов урамындағы 88-се йортта урынлашасаҡ. Билдәле булыуынса, 19-сы быуат аҙағында был йортта сауҙагәрҙәр, бер туған Соловьевтар йәшәгән. Ике йыл элек йорт реставрацияланған. Музей билдәле полярник Валериан Альбанов исемен йөрөтәсәк һәм ул үҙ ишектәрен быйыл уҡ асыр тип көтөлә.