2020 - матур даталарға бай йыл

Тулыраҡ: 2020 - матур даталарға бай йыл

Мәҫәлән, киләһе ял көнө — икенсе февралдә бихисап туйҙар үткәрелә. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе лә эшләйәсәк. Аҡ ҡомаҡ йылы матур даталарға бай булмаҡсы. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе көндө лә эшләйәсәк. Быйылғы йыл Рөстәм һәм Ольганың тормошо өсөн үтә лә яуаплы. Өс йыл осрашып йөрөгәндән һуң йәштәр ғаилә ҡорорға ҡарар иткән. Туй көнөн икенсе февралгә — йәкшәмбегә ҡуйып, киләсәк ҡунаҡтарҙы шаҡ ҡатыра улар.

Тап ошо – ике цифраларынан ғына торған датала йөрәктәрҙең ҡауышыуы, уларҙың киләсәген бәхетле һәм ғүмерле итеүгә һис шикһеҙ ышана улар. Тик ике һәм нолдәрҙән генә торған мөһим датаны иҫләп ҡалырға ла еңелерәк, тип шаярта Рөстәм. ЗАГС-ҡа ғаризаны йәштәр 31-се декабрь, эш көнө тамамланыуға 15 минут ҡалғас биреп өлгөрә. Был көндө өйләнешергә теләүселәр күп булыу сәбәпле, Ленин районы загсы йәкшәмбе көндө лә эшләйәсәк. Ул көндә ете пар никахтарын законлаштырасаҡ. Ике һәм ноль цифраһы быйыл популярлыҡ яулай. Шулай итеп, 20-се февраль кесе йомаға тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был көндә лә өйләнешергә теләүселәр байтаҡ. Республика буйынса уларҙың һаны йөҙҙән ашҡан. Загс хеҙмәткәрҙәре 10 – сы октябрҙә лә никахтарын законлаштырырға теләүселәрҙең һаны күп буласағын фаразлай.

Өлкәнерәк быуын кешеләре, матур дата ла туй яһау – һуңғы йылдарҙа уйлап табылған мода ғына, тип ҡарай. Марат һәм Флүзә Фәсхетдиновтарҙың бергә йәшәүҙәренә 25 йылдан ашыу, туйҙарын да улар ғәҙәти дата – 95-се йылдың 4-се авгусында үткәргән. Әммә ябай һандар бер ҙә татыу йәшәргә ҡамасауламаны, ти улар. Нумеролог Екатерина ..... әйтеүенсә, 2020-се йыл ғаилә ҡороусылар өсөн айырыуса уңышлы буласаҡ, тик шулай ҙа уларҙың бары тик матур һан икәнен генә онотмаҫҡа, артыҡ мауығып китмәҫкә лә кәңәш итә.

Психологтар фекеренсә, нимәгә ышанһаң шул ғәмәлгә аша. Матур датала ғына түгел, ябай көндә өйләнешеп тә бәхетле йәшәргә мөмкин. Ир менән ҡатындың бер-береһенә тап килеү, йә килмәүе, улар ғаилә ҡорған көндән ,йә иһә датанан ғына түгел, ә тәү сиратта үҙҙәренән тора ти белгестәр. Шулай булғас, бәхет бары тик үҙ ҡулыбыҙҙа.