Башҡортостанда киләһе көндәрҙә йылы һауа торошо көтөлә. Республиканың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡыты менән ҡар яуасаҡ. Синоптиктар билдәләүенсә, быйылғы ҡышты аномаль, тип баһаларға мөмкин. Февраль-сатлама һыуыҡтар айы. Әммә ҡыштың һуңғы айында ла көндәр йылы торасаҡ. Ҡар, епшек ҡар, хатта ямғыр яуыуы ла ихтимал. Айырым көндәрҙә һауа температураһы 1-3 градусҡаса күтәрелер, тип көтөлә. Башҡортостанда айлыҡ уртаса температура норманан 1-2 градусҡа юҡары буласаҡ.
Ҡар, епшек ҡар, ямғыр
Тулыраҡ: Ҡар, епшек ҡар, ямғыр