Гриптан һаҡланығыҙ

Тулыраҡ: Гриптан һаҡланығыҙ

Бындай һауа торошо киҫкен респиратор вирус инфекцияһының таралыуына булышлыҡ итә. Башҡортостанда 18 кешелә быйыл сусҡа киҙеүе табылған. ГРИПП-тың был штаммы һуңғы 4 йылда булғаны юҡ ине. ГРИПП һәм ОРВИ сәбәпле Башҡортостанда айырым белем усаҡтары ла карантинға ябылды. Сикләүҙәр Салауат, Бөрө, Учалы, Дыуан, Балаҡатай райондарында, Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларында ғәмәлдә. Өфөлә эпидемия сиге 8 проценттан артҡан. бер аҙна эсендә 7 меңдән ашыу бала тымау тейҙергән. Эпидимиологтар сир башланыу менән кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.