Коронавирус менән зарарланыусылар һәм һәләк булғандар һаны йәшен тиҙлеге менән арта. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса әлеге көндә коронавирустан 480 кеше һәләк булған. 18 меңгә яҡынында вирус барлығы асыҡланған. Бөтә донъяны ҡурҡыуға һалған сир тураһында һаман да тулы мәғлүмәт юҡ. Рәсәй президенты Владимир Путин, баш командующий булараҡ, илдең хәрби-космос көстәренә Ҡытайҙан беҙҙең граждандарҙы эвакуацияларға бойороҡ бирҙе. Коронавирус таралған райондарҙа Рәсәйҙең 300 ватандашы барлығы тураһында билдәле.
Ҡытайҙан беҙҙең граждандар эвакуациялана
Тулыраҡ: Ҡытайҙан беҙҙең граждандар эвакуациялана






