Радий Хәбиров короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты

Тулыраҡ: Радий Хәбиров короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине Республика етәксеһе.Башҡортостан авариялар һаны буйынса йәнә рекорд ҡуя. Республикала юл – транспорт фажиғәләре ҡорбандары һаны былтыр ярты мең кешегә яҡынлашҡан. Радий Фәрит улы был күренеште ғәҙәттән тыш хәлгә тиңләй. Башҡортостан халҡын сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү. Республика өсөн был мәсьәлә стратегик булып ҡала.

Төбәктә әле һыу алыу өсөн 2 меңдән ашыу урын бар. Был һан ҙур булһа ла, һөҙөмтәләр түбән. Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше ҡулланған һыу тейешле сифаттарға яуап бирмәй. Хәл Өфө районына ҡараған ауылдарҙа, Стәрлетамаҡ менән Бөрөлә ҡатмарлы. Һыу селтәрҙәрен яңыртыу исемлегендә ун обьект бар. Бар өмөт “Таҙа һыу” пгораммаһына. 2024-се йылға тиклем иҫәпләнгән проект өсөн бүленгән 4 миллиард һум хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тип көтөлә. Сафҡа тапшырыласаҡ объекттарҙың береһе – Стәрлетамаҡта. Бында тәүлегенә 60 мең кубометр һыу таҙартыусы ҡоролмаға нигеҙ һалынырға тейеш. Башҡортостан “Ауылды үҫтереү” федераль программаһы ярҙамына ла өмөт итә ала. Әле илдең ауыл хужалығы министрлығы бюджетында бүленмәгән 17 миллиард һум аҡса бар. Республика башлығы үҙәк менән әүҙем эшләргә саҡыра. Сөнки, һыу хәҙер тәбиғи газдан да ҡиммәтерәккә әйләнә бара.

Радий Фәрит улы Туймазы менән Хәйбулла райондарына ярҙам итергә бойора. Исемлектә Борай ҙа бар. Республикала ауылдарға ярҙам итеү бының менән генә тамамланмай. 2024-се йылға тиклем төп урамдарға 534 саҡрым оҙонлоҡта асфальт ҡатламы түшәлергә тейеш. Быйыл иһә 110 саҡрым самаһы урамдар тәртипкә килтереләсәк. Әйткәндәй, ауыл урамдарындағы бер саҡрым юлға асфальт түшәү өсөн уртаса 8 — 12 миллион һум кәрәк. Башҡортостан нефть, машиналар, заманса техника өлкәһенә генә түгел, ә еңел сәнәғәт тармағын да үҫтереү яғында. Республика 2024-се йылға тиклем был өлкәгә миллиард ярым һум бүлергә әҙер.

Инвесторҙар ҙа, яңы проект та, программалар һөҙөмтәһен бирергә тейеш. Башҡортостандағы йәнә лә бер үҙгәрештәр цифраға, йәғни,һанлы технологияға бәйле. Был юлы үҙгәрештәр ветеринария өлкәһенә ҡағыла. Республикала малдар ауырыуына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлгәне юҡ түгел. Миҫалдарҙың береһе – Туймазылағы бешмә сире. Цифралы технология хәҙер ветеринария өлкәһе генә түгел,ә тотош республика тормошона индерелергә тейеш. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был ҙур һәм етди эш. Шуға күрә, киләһе аҙнанан республика йортонда “Цифралы сәғәт” кәңәшмәләре уҙғарыла.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә туҡталып Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер көсәйтергә саҡырҙы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлдарын билдәләргә ҡушты. Республика донъя кимәлендәге сара – фольклориаданы лайыҡлы ҡаршы алырға әҙерләнә. Ҡунаҡтар республиканан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтырға тейеш. Башҡортостанда сүп-сар контейнерҙары урынлаштырылған ерҙәр айырым иғтибарға алына. Бының үҙ сәбәбе лә бар. Райондар ошо маҡсаттан бюджеттан бүленгән аҡсаларҙы тейешенсә ҡулланмаған.Хәҙер муниципалитеттарҙы ентекле тикшереү көтә. Республика етәксеһе контроль органдарға бүленгән аҡсаларҙы маҡсатҡа ярашлы тотоноуҙы асыҡларға ҡушты.