“Экология” милли проекты сиктәрендә төҙөләсәк комплекстың Рәсәйҙә тиңе юҡ, тип билдәләй белгестәр.2024 йылға тиклем республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе 16 предприятие барлыҡҡа килер, тип көтөлә. Әле башҡа төбәктәр тәжрибәһе ентекле өйрәнелә. Комплекстарҙа сүп-сарҙы сорттарға айырыу автоматлаштырылған буласаҡ.