2025 йылға Башҡортостан төбәк тулайым продукты күләмен 2 триллион ярымға еткереп илдә алдынғы ун төбәк исемлегенә инергә тейеш. Башҡортостан Хөкүмәте үҙ алдына бына шундай бурыс ҡуя. Иҡтисад һәм социаль үҫештең төп йүнәлештәре буйынса 22 проект инициативаһы Радий Хәбировтың сентябрь Указында сағылған йөкләмәләрҙе үтәүгә ҡағыла. Сәнәғәт тауарҙарын етештереү һәм һатыу буйынса илдә алдынғы ун төбәк исемлегенә инеү, ауыл хужалығында һөт етештереүҙә илдә икенсе, ит буйынса һигеҙенсе урынға күтәрелеү, ә иген эшкәртеү күрһәткесе буйынса Рәсәйҙең алдынғы ун төбәге исемелегенә инеү бурысы ҡуйылды. Торлаҡ төҙөлөшө күләмен 3 миллион 700 мең квадрат метрға еткеререү көтөлә. Юғары күрһәткестәргә өлгәшеү иһә инвестициялар күләмен арттырыуға бәйле, 2024 йылға уны 650 миллиард һумға еткереү ҡарала.
Үҫеш төбәге
Тулыраҡ: Үҫеш төбәге