Башҡортостанда ғинуар айында теркәлгән юл-транспорт фажиғәләренең күбеһендә водителдәр ғәйепле, тип танылған. Республика хөкүмәтендә транспорт сәғәте сиктәрендә үткән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссия ултырышында бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү саралары билдәләнде.Радий Хәбиров яуаплы идаралыҡтарға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һағын көсәйтергә, күҙәтеү камералары иҫәбен арттырырға һәм иҫкәртеү саралары тураһында даими белдереүҙәр менән сығыш яһарға ҡушты. Бөгөнгә республика юлдарында 459 күҙәтеү камераһы эшләй. Май айына уларҙың һанын 999-ға еткереү көтөлә. Бынан тыш тейешле хеҙмәттәр юлдарҙағы тамғаларҙы яңыртырға, кәрәк урындарҙа ҡағиҙә билдәләрен урынлаштырырға һәм юлдарҙы ҡышын хеҙмәтләндереү тәртибен үтәргә бурыслы.
Ҡағиҙә боҙалар, тимәк ҡурҡмайҙар
Тулыраҡ: Ҡағиҙә боҙалар, тимәк ҡурҡмайҙар