2020 йылдың 1 июленән автобустарҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәп терминалдары мәжбүри урынлаштырыласаҡ. Ҡағиҙәне үтәмәгәндәргә штраф һалыу ҡарала.Беренсе тапҡыр 30 мең һум, ҡабаттан тәртип боҙған саҡта бер миллионға тиклем. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе бедереүенсә, профилактика ыңғай һөҙөмтә бирә. Йәмәғәт транспорты бурысын үтәгән йүнселдәр юл хаҡына түләүҙең берҙәм республика системаһына ҡушыла. Әлегә бер миллиард һумдан артыҡ суммаға 52 миллион 600 мең транзакция теркәлгән, уның 24 проценты “Алға” картаһы ярҙамында.
Автобустарҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәп терминалдары мәжбүри урынлаштырыласаҡ
Тулыраҡ: Автобустарҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәп терминалдары мәжбүри урынлаштырыласаҡ