Дим биҫтәһендә балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды

Тулыраҡ: Дим биҫтәһендә балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды

Медицина учреждениеһы үткән быуаттың 90-се йылдарында төҙөлгән һәм ошоғаса ремонт күрмәгән. Поликлиникалағы үҙгәрештәр тураһында хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова репортажы.Дим биҫтәһенең балалар поликлиникаһы кескәй һәм үҫмер пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Ярты йыл дауам иткән төҙөкләндереү эштәренән һуң, ниһәйәт, поликлиника үҙ ишектәрен асты.Яңы поликлиника ошо районға ҡараған 20 мең баланы һәм үҫмерҙе хеҙмәтләндерә. Ул заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, балаларҙы ҡабул итеү һәм тейешенсә дауалау өсөн бәтә шарттар ҙа булдырылған. Яңы бинаны танырлыҡ та түгел.

Теркәү урыны, кабинеттар тулыһынса яңыртылған. Коридор, һәр бер бүлмә айырым төҫ алған, диуарҙарҙы сағыу йәнһүрәт геройҙары биҙәй. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү системаһы ла үҙгәргән. Хәҙер йәш пациенттар табипҡа электрон талон ярҙамында эләгә. Был сиратта тороу ваҡытын ҡыҫҡарта. Үҙгәрештәр белгестәрҙең эш тәртибенә лә ҡағыла. Хәҙер пациенттарҙың медицина карточкалары айырым бүлмәлә һаҡлана. Шул уҡ бүлмәлә колл-үҙәк ойошторолған. Бында телефонға шылтыратҡан ата-әсәләр менән айырым белгестәр әңгәмә алып бара. Тағы ла бер үҙгәреш. Беҙ пациенттар ағымын мөмкин тиклем айырырға тырыштыҡ, ти поликлиниканың бүлек мөдире Эльза Эдуард ҡыҙы. Дим биҫтәһенең балалар поликлиникаһы тиҫтә йылдар капиталь ремонт күрмәгән. Хәҙер яңыртылған бинала көнөнә 200-ҙән ашыу кескәй пациентты ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Поликлиникаға мөрәжәғәт иткән һәр пациентҡа сифатлы һәм тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү — беҙҙең төп маҡсат, ти поликлиника хеҙмәткәрҙәре.