“Динамо” спорт компексында Рәсәй Федерацияһы субъекттары судьялары араһында волейбол буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы. Ярыш Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығына арнап үткәрелде. Волейбол буйынса турнирҙы Суд Советы һәм Башҡортостан республикаһының Юғары суды ойошторған. Турнирҙа бөтәһе алты команда ҡатнашты. Һәр бер командала 12-шәр кеше.Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай ярыш тәү сиратта сәләмәт тормошто пропагандаларға ярҙам итә. Башҡортостан, Татарстан, Удмурт, Ҡалмыҡ, Пермь крайы һәм Һамар өлкәһе судьялары араһында волейбол уйыны Өфөлә беренсегә үткәрелде.
Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы
Тулыраҡ: Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы