Федераль үҙәктән бирелгән матди саралар ҡала иҡтисадын ҙур предприятиеларҙан башҡа ла тотороҡло үҫтереү мөмкинлеген бирә.Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән Фонд етәксеһе Илья Кривогов Күмертау үҫеше тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы күҙалланған инвестицияларҙың дөйөм күләме 4 миллиард 300 миллион һум. 2020-се йылға Күмертауҙа 520 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Дәүләт ярҙамы ҡаланың социаль-иҡтисади торошон тотороҡландырырға булышлыҡ итергә тейеш. Күмертауҙан һуң Бәләбәй ҡалаһына ла финанс ярҙам йүнәлтеү ҡарала.
Моно-ҡалаларҙы үҫтереү фондынан Күмертау 400 миллион һум аҡса аласаҡ
Тулыраҡ: Моно-ҡалаларҙы үҫтереү фондынан Күмертау 400 миллион һум аҡса аласаҡ