Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының юл инспекторҙары Башҡортостанда юлдар торошона баһа бирҙе. Шәптән түгел. Соҡорҙар күп, юл билдәләре юҡ, мөмкинлектәре скләнгәндәргә уңайлыҡтар булдырылмаған. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты юлдарҙың сифатын Владивостоктан Ҡырымға тиклем тикшерергә ниәтләй. Бының өсөн йәмәғәтселәргә Рәсәйҙе алты тапҡыр урап сығырға тура киләсәк. 9-сы октябрҙә тикшереүҙәр Волга буйы федераль округы биләмәләрендә башланды. Дөйөм исемлектә Өфө 46-сы ҡала. Тикшереүселәр юл соҡорҙарын иҫәпләүсе ҡоролмаға мәҙәк атама таҡҡан. Калабашка – бары үлсәмдәре билдәле таҡта киҫәге. Ул ҡайҙа бата, шул урын соҡор, тип таныла. Рәсәйҙә өлгөлө ҡалалар бар – калабашканы ташлар урын юҡ, ти инспекторҙар. Йәл, шул ҡалаларҙың береһе лә Өфө түгел. Башҡортостандың башҡалаһындағы юлдар беҙҙе көтөлмәгән ғәжәпләнеүгә һалды – тикшереү барышында талаптарға яуап биргән бер генә урын да тапманыҡ, тип белдерҙе халыҡ фронты вәкилдәре. Төбәп әйткәндә, улар юл таҫмаһы төҙөклөгөн генә түгел, ә дауахана, мәктәптәргә инеү урындарын, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡаршылыҡһыҙ үтеү сараларын, автомобиль ҡуйыуға иҫәпләнгән майҙандар барлығын да тикшерҙе. Иҫәпкә бар — һанға юҡ, тигәндәй, халыҡҡа уңайлы йөрөү шарттары ғәмәлдә үтәлгән кеүек, тик улар билдәләнгән талаптарға яуап бирмәй. Мәктәп тирәләре уҡыусылар хәүефһеҙлеген тәьмин итерлек түгел, юлдар тейешле рәүештә йыһазландырылмаған. Ладыгин урамындағы 2-се поликлиникаға килеүселәрҙең машиналарына урын әҙерләнмәгән, инвалидтар автомобилдәренә махсус майҙансыҡ тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, тротуар бордюры талап ителгән кимәлдән 10 тапҡырға бейек. Өфө ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ, юл төҙөлөшө һәм ремонт идаралығы етәкселеге вәкилдәре тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәр менән бер яҡтан килешһә, икенсенән киҫәтеүҙәр нигеҙле булырға тейеш, тип белдерҙе. Өфөлә юл хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса яуап биргән урамдар һәм майҙандар күп. Кәмселектәр кәметелә килә. Халыҡ фронты инспекторҙары ғәҙеллек йөҙөнән өлгөлө юл үтештәрен дә иҫәпкә алды. Тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәр, сарыф ителгән аҡса, исем өсөн ямалған юлдар, үтәлмәгән бурыстар буйынса иһә юл тикшереү инспекцияһы хисаплама яһай һәм уларҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән һөҙөмтәле эштәр көтә.
Мине юлдар, соҡорло юлдар саҡыра
Тулыраҡ: Мине юлдар, соҡорло юлдар саҡыра