Өфөлә паромдар хеҙмәте туҡтатыла

Тулыраҡ: Өфөлә паромдар хеҙмәте туҡтатыла

Өфөнөң һыу аша сығыу урындарын хеҙмәтләндереү муниципаль ойошмаһы үҙенең быйылғы миҙгелдәге һуңғы рейстарын башҡарҙы. Ошоға ярашлы, трамплиндағы канат юлы ла ябыла. Иғтибар, теплоход ҡуҙғала. Владислав Михальченко Циркон исемле теплоходта көнөнә 100-ләгән рейс башҡара. Йылға флотына күңел тартыуы буйынса килгән. Ул ғына түгел флоттағы күптәр кеүек династияны дауам итеүсе лә. Олатаһы, атаһы ла хеҙмәт юлдарын йылға флотына бағышлаған. Өфөлә һыу аша сығыу өсөн ошондай 7 урын бар. Шуларҙың береһе йөк ташыу өсөн булһа, алтыһы пассажирҙарҙы йөрөтөүгә ҡулайлаштырылған. Халыҡты 100-ләгән инженер-механик, капитандар хеҙмәтләндерә. Паромдар менән йышыраҡ баҡсасылар, пенсионерҙар ҡуллана. Шуға ла йылға хеҙмәтенең үҙҡиммәте 90 һум булыуға ҡарамаҫтан Өфө хакимиәте халыҡ өсөн билет хаҡын 20 һумдан арттырмаҫҡа ҡарар иткән. Ә льготалы пассажирҙар 10 һум түләй. Яңы миҙгелде асыу киләһе йылдың 1 майына планлаштырыла. Әммә һауа торошо үҙенең төҙәтмәләрен индерәсәк, әгәр йылы көндәр иртәрәк килһә паромдар апрелдән дә йөрөй башлауы ихтимал. Әлегә паромдар миҙгеле менән бер рәттән баҡсасылар ҙа үҙ эшен тамамлай. Моңһоу йырҙар йырлай-йырлай һуңғы теплоходты оҙата.