Финалға сығыусылар араһында беҙҙең телекомпания ла бар. Махсус хәбәрсебеҙ Юлиә Ниғмәтуллина “Репортер” номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Уның “Люди и твари” репортажын жюри ағзалары иң яҡшылар рәтенә индерҙе. Был “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына «Орфей» статуэткаһы өсөн көрәшергә мөмкинлек бирә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Юлиә Ниғмәтуллина үҙенең репортажында берәҙәк эттәр мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны. Унда эттәр талап үлтергән Дима Герауф менән булған фажиғә тураһында бәйән ителә. Ғөмүмән, хәбәрсе “кешеләр эткә әйләндеме, әллә тоғро дуҫтарыбыҙ хыянат итә башланымы” тигән һорауҙы күтәрә.
Омск ҡалаһында “ТЭФИ-Төбәк” милли телевизион конкурсының ярымфиналы тамамланды
Тулыраҡ: Омск ҡалаһында “ТЭФИ-Төбәк” милли телевизион конкурсының ярымфиналы тамамланды