Киҙеү башланыр мәл

Тулыраҡ: Киҙеү башланыр мәл

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта башлаған. Республика буйынса 27 мең 469 кеше, уларҙың 70 проценты тиерлек балалар, табиптарға мөрәжәғәт иткән.Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика саралары тураһында иҫкәртә һәм күмәк халыҡ йыйылған урындарға бармаҫҡа, битлек кейергә, ҡулдарҙы һабын менән йыуырға, бүлмәне даими елләтергә тәҡдим итә.