Ваҡытлыса сара

Тулыраҡ: Ваҡытлыса сара

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ. Был турала Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе.Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында авиабәйләнеште тулыһынса ябыу өсөн нигеҙ юҡ. Коронавирус башланыу сәбәпле 1 февралдә Рәсәй менән Ҡытай араһында авиабәйләнеш сикләнгәйне.

Транспорт министрлығы авиакомпанияларға пассажирҙарҙы илгә ҡайтарыу өсөн Рәсәй ҡалаларынан Ҡытайға чартер рейстарын башҡарырға рөхсәт биргәйне. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине Республика етәксеһе.