Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Тулыраҡ: Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер көсәйтергә саҡырҙы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлдарын билдәләргә ҡушты. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай.

Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була. Һуғыш йылдарында йөҙҙән ашыу завод һәм фабрика Башҡортостанға күсерелгән. Уларҙа эшләгән меңәрләгән кеше беҙҙең республикаға эвакуацияланып, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән.