Быуат һөжүме

Тулыраҡ: Быуат һөжүме

Башҡортостан диңгеҙселәре Александр Маринеско етәкселегендәге һыу аҫты кәмәһенең батырлығын иҫкә алды. 75 йыл элек 1945 йылдың 30 ғинуарында немецтарҙың иң ҙур лайнеры "Вильгельм Густлофф" торпедо утына тотола. Һөҙөмтәлә 4 меңдән артыҡ немец илбаҫары юҡ ителә. Тарихта ул « быуат һөжүме » тип теркәлгән. Өфө йылға училищеһының хөрмәт ҡарауылы сәхнә түренә Еңеү байрағы һәм Андреев флагын сығара. Бөгөн бында диңгеҙселәрҙең батырлығын иҫкә алырға йөҙләгән курсант һәм Рәсәй флоты ветерандары йыйылған.

Иҫкә алынаһы герой үҙенсәлекле шәхес, подводник – Александр Маринеско. Уның батырлығы һуғыш йылдарында диңгеҙҙә теркәлгән иң уңышлы һөжүм тип билдәләнә. 75 йыл элек С-13 һыу аҫты кәмәһе экипажы кораблға һөжүм итә. Немец флотының ғорурлығы, донъялағы иң ҙур лайнер «Вильгельм Густлоффҡа» төбәп 4 торпеда ебәрә. 3-әүһе судноға тейә һәм меңдәрсә кеше тейәгән корабль 26 минуттан һуң диңгеҙ төбөнә китә. Һөҙөмтәлә 4меңгә яҡын гитлеровсылар һәм ҡасаҡтар һәләк була. Был ваҡиға оҙаҡ йылдар онотолоп тора.

Кемдер уны батырлыҡ, кемдер хәрби енәйәт тип һанай. Инглиздәр быны совет флотынан ярҙам тип ҡабул итә. Сөнки фашист лайнерының һәләкәте Британияны ҡамауҙа ҡалыуҙан ҡотҡара. Ә бына Советтар союзында Маринесконың батырлығы ваҡытында баһаланмай. Хатта хеҙмәттәштәре лә уның «быуат һөжүмен» ойоштор4ан командир икәнлеген белмәй. Маринеско менән бер дивизияла хеҙмәт иткән Әнис Вәлиев та уны тыйнаҡ кеше ине тип хәтерләй. Нисек кенә булмаһын даны батырҙы таба. 45 йыл үткәс...

Үлгәндән һуң ғына, 1990 йылда Александр Маринескоға Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Бөгөн ул йәш диңгеҙселәр өсөн батырлыҡ өлгөһө. Илебеҙҙең төрлө ҡалаларында подводник Маринескоға һәйкәлдәр ҡуйыла. Шуларҙың береһе Дүртөйлө ҡалаһында урынлашҡан. Башҡортостан ҡайҙа ла диңгеҙ ҡайҙа. Шуға ҡарамаҫтан республиканан 35 адмирал сыҡҡан. Тимәк, беҙҙең төбәк тә илен һөйгән, ҡаһарман шәхестәр тәрбиәләй.