3 тапҡыр алтын скальпель алыусы, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаковҡа 60 йәш. Билдәле хирург республикала иң беренсе бауыр трансплантологияһын башҡара. Табиплыҡ шөғөлөнән тыш, байтаҡ студенттарҙы хирургия серҙәренә өйрәтә. 2002 йыл. Өфө хирургтары ашығыс операцияға Миәкә үҙәк район дауаханаһына самолетта осто. Был ҡатмарлы операцияны Мәжит Нартайлаков әлегә тиклем яҡшы хәтерлә
й.Йәшерәк ваҡытта республиканың арҡырыһын буйына йөрөп сыҡтым, ти хирург. Мәжит Нартайлаковтың буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ашығыс, йәғни, пландан тыш операциялар, университетта студенттар алдында лекциялар, фәнни-практик конференцияларҙа сығыш — Һәр сәғәт планлаштырылған.Мәжит Нартайлаҡов Башҡортостанда бауырҙы уңышлы күсереп ултыртыусы иң беренсе хирургтарҙың береһе. Бауыр транспланталогияһы буйынса 25 йыл элек уның етәкселегендә хирургия гепатологияһы республика үҙәге асылған.
Профессорҙың һәр иртәһе буласаҡ хирургтарға яңы һайлаған һөнәр серҙәрен асыуҙан башлана. Дөйөм хирургия кафедраһында 3-сө курс студенттары ҡул аҫты материалдары менән медицина ҡорамалдарын ҡулланырға өйрәнә. Хирург өсөн һәр минут ҡәҙерле. Мәжит Нартайлаков студенттарын операция бүлмәһенә алып китә. Иң мөһим мотлаҡ процедуралаҙың береһе – ҡулдарҙы ағым һыу аҫтында һабын менән йыуыу, шунан ғына медицина белгесе операция өҫтәленә йүнәлә. Һәр операция үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы, тип билдәләй хирург.Бер юлы операция яһау, шул уҡ ваҡытта студенттарға ла тулы мәғлүмәт биреү – профессор өсөн ҡәҙимге күренеш.
Ысынлап та, операция оҙаҡ барҙы. Унан һуң сираттағы пациент операция өҫтәлендә урын алды. Пациенттар Мәжит Нартайлаҡовты алтын ҡуллы хирург, тип билдәләй. Николай Батурин йәшәү менән үлем араһында булғанда, Мәжит Әхмәт улы етәкселегендә уға бауыр күсереп ултыртыла, ҡәҙимге операция республикала 2-се тапҡыр башҡарыла, хәҙер Николай Батурин Мәжит Нартайлаков күҙәтеүе аҫтында йыл һайын дауалана. Алтын скальпель иһә Башҡортостандың иң яҡшы хирургтары һәм уның командаһына бирелә, Мәжит Нартайлаҡов был бүләккә 3 тапҡыр лайыҡ була.
Профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаков табиплыҡ шөғөлөнән тыш, фәнни күҙәтеүҙәр һәм тикшереүҙәр башҡара. Дөйөм хирургия һәм дауалау алымдары, транспланталогия, бауыр һәм үт юлдары хаҡында китаптар баҫтыра.Мәжит Нартайлаҡов Ырымбур өлкәһенең Ғабдрафиҡ ауылында тыуып үҫә.
1983 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм ҡулына диплом алғас та әлегә тиклем хирург һөнәренә тоғро ҡала. Хирург эше тәүлек әйләнәһенә дауам итеүе ихтимал, ул дежурстволар, ашығыс операцияға төнгө сменаға саҡырыу, шулай уҡ пациенттарҙы йылы һуҙ менән йыуатыу. Ҡатмарлы эштә яҡындарың ғына аңлап терәк-таяныс булғанда уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Билдәле хирург Мәжит Нартайлаҡов быйыл 60 йәшен билдәләй. Уның иң мөһим уңыштары – уға рәхмәтле һау-сәләмәт пациенттар һәм уның хеҙмәтен дауам итеүсе тиҫтәләгән йәш хирургтар.