Унда ҡатнашыусылар Өфө хирургтарының ҡан-тамырына заманса алымдар ярҙамында операция эшләүен тура эфирҙа күҙәтә. Операция бер сәғәт тирәһе дауам итә. Өфө хирургтары хәҙер пациенттың артерияларын эстән күрә ала. Махсус ҡорамал ярҙамында табиптар хәҙер ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан иҫкәртә ала. Асия Ниғмәт ҡыҙына 72 йәш. Ул Салауат ҡалаһынан Өфөгә йөрәгенә ҡатмарлы операция эшләтеү өсөн килгән. Табиптар әйтеүенсә, хәҙер ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу заманса технологиялар ярҙамында башҡарыла.
Йөрәккә үҙенсәлекле операция нурлы артерияға индерелгән оптик катетер аша яһала.Элек махсус ҡоролма коронар артерияны эстән тикшермәй ҡуйылһа, яңы ысул буйынса табиптар уны ентекләп ҡарай ала. Яңы ҡоролма ошондай мөмкинлек бирә. Уның менән дөрөҫ итеп ҡулланырға Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән белгестәр өйрәтә.Оптик тамография ысулы ультра тауыш менән тикшереүгә оҡшаш, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында һиҙелерлек айырма бар, ти табиптар.Элек табиптар ауырыуҙы рентген һүрәте аша ғына ҡараһа, хәҙер инфра ҡыҙыл нурҙар ярҙамында тамырҙы эске яҡтан да тикшерә ала.
Ауырыу ентекләп тикшерелгәндән иһуң ғына табиптар стентты ҡуйыу-ҡуймау ҡарарын ҡабул итә. Махсус каркас тамырҙы киңәйтеп ҡан әйләнешен яҡшыртырға булышлыҡ итә.Ҡан-тамырына катетрҙы индереп уны эстән тикшерәләр. Бындай ысул беренсенән, пациентҡа индивидуаль дауалау ..... һайларға ярҙам итһә ,икенсенән операциянан һуң табиптар башҡарған эштәренең сифатын баһалай ала.
Бындай алым иһә пациенттар өсөн тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫыу мөмкинлеген бирә.БДМУ клиникаһында ҡан-тамырын заманса алымдар ярҙамында тикшереү йыл да үткәрелеп килгән „ТРЭК-2020„ конференцияһы сиктәрендә ойошторола. Әле был сара Ҡаҙан ҡалаһында бара, ундағы белгестәр онлайн режимында Өфө хирургтарының эшен күҙәтә. Операция бер сәғәт тирәһе дауам итә. Пациент үҙ аңында ҡала.