Өфөлә йәшәүселәр үҙ медицина карталарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙар яҙылыуына зарлана. Берәүҙәр, йәнәһе лә, табипҡа нервы системаһы ҡаҡшаған, тип мөрәжәғәт итһә, икенселәре иһә картала яҙылған ауырыуҙар тураһында бөтөнләй әйтергә ҡыймай. Өҫтәп яҙылған сирҙәрҙе ҡайҙан тикшерергә? Кемгә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Йәш әсә Гөлшат Вәлиева үҙенең хатта кешегә лә әйтә алмаҫлыҡ сир менән ауырыуы тураһында көтмәгәндә белеп ҡала. Медицина мәғлүмәттәре буйынса, ул йәнәһе лә табипҡа бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп, оҙайлы ғына ваҡыт дауаланған. Әммә, ханым билдәләүенсә, икенсе сабыйға әсә булғас, ул шәхсән үҙенең һорауҙары менән бер ниндәй ҙә медицина учреждениеһына бармаған.Медицина картаһына ысынбарлыҡҡа тура килмәгән мәғлүмәттәрҙе Артур Ҡотлоғужин да абайлап ҡала. Электрон карта аша күренеүенсә, ул да бер нисә табипта булған. Әлбиттә, ялған мәғлүмәттәр буйынса, Артур тейешле дауаланыу ала.
Тик, йәнәһе лә, табиптарға нервы системаһы буйынса мөрәжәғәт иткән тигән мәғлүмәт бер кемде лә ҡыуандырмаҫ ине.Ниндәй ҙә булһа сир менән медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү тураһында мәғлүмәтте һәр кем “Дәүләт хеҙмәте” белешмә-мәғлүмәт интернет-порталынан таба ала. Бында ауырыу ғына түгел, хатта ҡасан һәм нисә һумға дауаланыу тураһында ла мәғлүмәт бар. Ялған ауырыу яҙылғанын тапҡан осраҡта, медицина страховкалау территориаль фонды сайтына инеп ялыу яҙып ҡалдырырға мөмкин.
Өҫтәүенә, һәр кем шул уҡ фондҡа шылтыратып, ялған яҙыу тураһында белгертә ала. Кәрәкле мәғлүмәт алынғас, ғариза ҡабул ителә, һуңынан страховкалау компанияһына ебәрелә. Пациент картаһына яҙылған ялған ауырыу буйынса поликлиникала тикшереү эштәре башлана. Былтыр медицина страховкалау территориаль фонды яҡынса мең ярым ғариза ҡабул иткән.Кешенең медицина картаһында, ысынлап та, ялған ауырыуҙар яҙылғаны иҫбатланған осраҡта, аҡса страховкалау компанияһына ҡайтарыла, ә дауахана штраф түләргә тейеш.
2019 йылда ғына республиканың медицина учреждениеларына бер миллион ярым һумдан ашыу штраф һалынған.Белгестәр билдәләүенсә, медицина учреждениеһы табиптары ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙарҙы талап ителгән планды тултырыу өсөн яҙа. Күпселек осраҡта ялған ауырыуҙар пенсияға сыҡҡан һәм интернетты ҡулланмаған оло йәштәгеләрҙә осрай. Ә бит ниндәй ҙә булһа кешенең медицина картаһына өҫтәп яҙылған сир уның тормошон ҡырҡа боҙоуы ихтимал. Шуға ла медицина карталарын тикшереп тороу зарур.