Башҡортостан студенттары “Өйҙә”

Тулыраҡ: Башҡортостан студенттары “Өйҙә”

Өфөлә Республиканан ситтә һөнәри белем алған йәштәрҙең беренсе форумы үтте. Ул йәштәргә тыуған төйәктә эш һәм уҡыу мөмкинлектәре менән бер рәттән үҙ һәләттәрен дә танытырға булышлыҡ итте. Башҡортостандан сыҡҡан студенттарҙың бындай кимәлдә берләшеп аралашыуы беренсе тапҡыр. Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡаҙан, Екатеринбург, Магнитогорск, Ырымбур, Һамар, Пермь, Ханты-Мансийск, Әлмәт, Сорғот, Башҡортостандың юғары һәм урта-махсус һөнәри белем биреү йорттарында уҡыған 900-ҙән ашыу студент киләсәген тыуған төйәге менән бәйләргә ниәтләй. Кемдер юғары квалификациялы белгес, кемдер магистратура студенты дәрәжәһендә республикаға ҡайтырға йыйына.

Башҡортостан мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм, коммуналь хужалыҡ, сауҙа һәм башҡа байтаҡ өлкәләрҙә йәш белгестәргә мохтаж. Йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыр программалар, йәлеп итер шарттар тураһында форум барышында ойошторолған 11 интерактив майҙансыҡта фекер алышыуҙар бара. Башҡортостандың медицина учреждениелары буласаҡ хеҙмәттәштәр өсөн күргәҙмә ҡорған. Тәтешле район дауаханаһында ғына бөгөн тиҫтәләгән белгес талап ителә.

Карьера самалау буйынса лайфхаҡтар майҙансығында ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең тәүге хеҙмәт тәжрибәһен танытып Башҡортостанда тәҡдим ителгән ярҙам саралары тураһында белешә. Студенттар өсөн республиканың 50-нән ашыу предприятиеһы 500-ҙән ашыу вакансия тәҡдим итте. Форумда ҡатнашыусыларға республика башҡарма власы органдарында стажировка үтергә сертификаттар тапшырылды. Республика хөкүмәте ағзалары менән рәсми осрашыу шулай уҡ танышыу-фекер алышыу тәртибендә. Студенттарҙы Өйҙә үҙе сәләмләргә теләгән Радий Хәбиров ашығыс саҡырылған Дәүләт Советы ултырышы сәбәпле тәбрик хатын социаль селтәрҙәр аша Мәскәү өлкәһенән юллай.

Ғәҙәттәгеләй ҡупшы костюм-галстуктағы оло ағай-апайҙарҙы көткән йәштәр Башҡортостан етәкселеген дәртле алҡыштар менән ҡаршылай һәм тиң кимәлдә аралашыу ысулын шунда уҡ күтәреп ала. Тиҙҙән Башҡортостандың Рәсәй һәм донъя кимәлендә йөҙөн танытыу һәм данын таратыу алымдарын барлай башлай. Бының өсөн өйҙә эшләргә улар әҙер.

Студенттар осрашыуының был ысулы төбәккә йәш белгестәр йәлеп итеүҙән генә тормай. Ул төрлө ҡалаларҙа белем алған яҡташтарҙы берләштереү, үҙ үҫеш программаһын йәиһә фәнни тикшереренеү һөҙөмтәләрен тәҡдим иткән студенттарға танылыу алырға булышлыҡ итеү, сит яҡтарҙа ҡыйын хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү сараһын күреү маҡсаттарын ҡуя. Беренсе форумдың киләсәктә дауамы ла булыр тигән өмөт бар.

Студенттарҙың “Өйҙә”ге беренсе форумы кәңәшмә менән генә тамамланманы. Башҡортостандың уңышлы предприятиелары һәм юғары белем биреү йорттары йәштәрҙе үҙҙәренә файҙалы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәткә саҡырҙы. Тыуған төйәккә ҡайтып хеҙмәт итер йәиһә уҡыуын дауам итер мөмкинлектәрҙе яҡындан танытыр өсөн.