Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән яңы объект сафҡа инде. Ә Октябрь Проспектында урынлашҡан республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусында төҙөлөш эштәре һүлпәнәйгән. Эштәр был арала мотлаҡ йәнләнәсәк. Подрядсы ойошмалар ошондай вәғәҙәләр бирҙе. Сафҡа индерелергә тейеш республика клиник онкология диспансерының яңы бинаһында йәнә төҙөлөш эштәре һүлпәнәйгән. Хирургия корпусының төкөтмәһе март айына әҙер булырға тейеш ине. Әммә, бинаны ҡарап сыҡҡандан һуң, Башҡортостан хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары быға өлгәшеп булмаясаҡ, тигән һығымта яһаны.
Проектҡа ярашлы, бында көнөнә 450 кешене хеҙмәтләндергән поликлиника һәм 240 урынға иҫәпләнгән хирургия корпусы буласаҡ. 9 ҡатлы бинала лор-онкология, гинекология, урология, маммология бүлектәре урынлашасаҡ. Әммә, төҙөлөштө тамамлау һәм заманса ҡоролмаларҙы ҡуйыу өсөн өҫтәмә 190 миллион һум аҡса талап ителә. Төҙөлөш ойошмалары менән осрашыуҙан һуң Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары яман шеш ауырыуҙары диспансерын асыуҙың аныҡ датаһын билдәләне. Подрядсы компаниялар март аҙағына эштәрҙе тамамлап, объектты файҙаланыуға тапшырырға тейеш. Ә апрель һәм май айҙарында бында медицина ҡорамалдары ҡуйыла башлаясаҡ, тип күҙаллана.
Был ваҡиғаны Инорс халҡы күптән көттө. Сөнки, бында бер ҡасан да заманса бассейн булманы. Ниһәйәт, тантаналы шарттарҙа яңы объект асылды. Төҙөлөш эштәре бер-нисә йыл барҙы һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында асыу кисектерелеп килде. Уҙған йылда объектты сафҡа индереүгә федераль бюджеттан 16 миллион һум бүленде. Ә күпселек өлөшө төбәк ҡаҙнаһынан йүнәлтелде.
Объекттың икенсе ҡаты башҡа спорт төрҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Яңы объект мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә ҡулайлаштырылған. Мәҫәлән, бассейн махсус рәүештә заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Бында кесеһенән олоһона тиклем йөрөй аласаҡ. Башҡортостанда тағы ла 16 бассейн төҙөү ҡарала. Уларҙың күбеһе район-ауылдарҙа булһа, берәүһе Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә урынлашасаҡ. Бында ла күптән балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн йөҙөү өсөн шарттар тыуҙырыу мәсьәләһе күтәрелеп килә.
Өфөлә спорт менән шөғөлләнеү өсөн йылдан йыл яңы мөмкинлектәр булдырыла. Әле гимнастика, көрәш һәм волейбол үҙәктәренең проекттары әҙерләнә йә төҙөлөш эштәре бара. Был объекттар ҙа халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуҙа үҙ өлөшөн индерәсәк, тип көтөлә.