Тап ошо әйтем Өфө халҡын һәм муниципаль хеҙмәттәре ҡаланы ҡарҙан таҙартыу өмәһендә берләштерҙе. Ихата алдарын, тирә-яҡты таҙартыу өмәһенән “Башҡортостан” дәүләт теле һәм радио компанияһы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Һуңғы көндәрҙә ҡарҙың күпләп яуыуы беҙҙең өсөн бер ҙә ҡурҡыныс түгел, ти Юлай Йомағужин. Кис булыуға ҡарамаҫтан, өйҙәге эштәрен ҡалдырып ул да өмәгә ҡушыла. Ихата алдын ҡарҙан таҙартыр өсөн Юлай Мөхәмәт улы хатта яңы, уңайлы көрәк һатып алған.
Менделев урамында йәшәүселәрҙең берҙәм һәм татыу йәшәүҙәре, уртаҡ эш һөҙөмтәһендә лә сағыла. Бергәләп өмәгә сығырға тигән тәҡдим яңғырағас та, һәр береһе дәррәү ризалашты, ти урындағы халыҡ. Берәүҙәр ишек алдарын, икенселәре тротуар, машина юлдарын ҡарҙан таҙартырға тотондо. Эш йәште һорамай тигәндәй, ололар ғына түгел, хатта балалар ҙа ярҙамға сыҡҡан. Көрәк тотоп ҡар таҙартыуҙы ауыр эшкә түгел, ә сәләмәт тормошҡа тиңләй халыҡ.
Бер нисә сәғәт эсендә йорт ихатаһы икенсе төҫ алды. Хәҙер юлда атлауы, машина менән үтеүе күпкә еңелерәк, тип ҡыуана урындағы халыҡ. “Башҡортостан” дәүләт теле һәм радио компанияһы ла сирттағы өмәгә ҡуш ҡуллап ҡушылды. Махсус техникалар ярҙамында телеүҙәктең ҡыйығы боҙмармаҡтарҙан, машина ҡуйыу урындары ҡарҙан таҙартылды.
Эш урыны-беҙҙең икенсе йортобоҙ. Шуға күрә уны ла беҙ хөрмәт итеп, таҙа тоторға бурыслы, ти хеҙмәткәрҙәр. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр, күрәһең. Беҙ ҙә бер нисә минут эсендә телеүҙәк алдын ҡарҙан таҙартып сыҡтыҡ. Әйткәндәй, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре бындай өмәгә йыл һайын сыға.
Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҙә йәлеп ителде. Мәҫәлән,баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенән генә 85 кеше ҡулдарына көрәк алып, тирә-яҡты тәртипкә килтергән. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер көн эсендә генә ҡала урамдарынан 30 меңдән ашыу кубометр ҡар сығарылған. Әле ихаталарҙа 802 коммуналь хеҙмәткәр эшләй, 1200 идарасы ойошма хеҙмәткәре ҡар таҙартыуға ҡушылған. Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә Башҡортостанда һауа температураһы көндөҙ 11, төндә 20 градусҡа тиклем түбәнәйә.