Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эпидемиологик сик 35 процентты үткән. Республикала балалар баҡсаһы, мәктәптәр карантинға ябыла. Кешеләр инфекцияға ҡаршы препараттар, һаҡланыу сараларын алып ҡуя. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова әҙерләгән видеояҙмала. Людмила Михаил ҡыҙы үҙ сәләмәтлегенә уяу. Ул грипп эпидемияһынан нисек һаҡланырға икәнен яҡшы белә. Тәү сиратта битлектәр алып ҡуям, ти ҡатын. Әммә был юлы унлаған дарыухананы урап үтеп тә, теләгәнен алмай ҡайтҡан.
Бындай осраҡтар бихисап. Күптәр битлеккә хаҡтарҙың өс тапҡырға артыуына зарлана. Аптырайһы түгел. Һуңғы аҙнала республикала грипп һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләүселәр һаны ҡырҡа артҡан. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әлеге көнгә тиклем утыҙ меңгә яҡын кеше вируслы инфекция йоҡторған. Эпидемиологик сик 35 процентты үткән. Өфө буйынса 7 мең ауырыу осрағы теркәлгән, шул иҫәптән биш меңгә яҡыны 14 йәше тулмаған балалар.
Гриппҡа ҡыҫҡа инкубацион осор хас. Ауырыу йоҡҡандан алып, клиник билдәләр барлыҡҡа килгәнсе 12-48 сәғәт үтә. Грипп ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шаҡтай кешене лә аяҡтан йығыуы ихтимал. Баш ауыртһа, мускулдар, быуындар һыҙлаһа, ҡапыл температура күтәрелһә– был грипптың иң төп билдәләре ти табиптар. Киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошлораҡ икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Шуға ла йәмәғәт урындарына ингәндә ябай, әммә бик һөҙөмтәле һаҡланыу саралары хаҡында онотмайыҡ.
Табиптар ҙа ауырыуҙың киҫкен осоронда күп кеше йыйылған сараларға йөрөмәҫкә, шәхси гигиена ҡәғиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә. Замандаштарыбыҙ иһә ҡәҙимге һаҡланыу сараларына мөрәжәғәт итә.
Шулай ҙа, инфекция эләктергән осраҡта сирле мотлаҡ медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә тейеш. Юғиһә, өҙлөгөү осрағында, пневмания, отит үҫеше, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үҙәк нерва системалары зарарланыуы ихтимал. Табип ҡына диагноз ҡуйып, дауалау ысулдарын билдәләй ала. Шуға ла үҙ-аллы дауаланырға ашыҡмағыҙ,тип киҫәтә медицина белгестәре.