Йәш аграрийҙар асышы

Тулыраҡ: Йәш аграрийҙар асышы

Башҡорт дәүләт аграр университетының студент-аспиранттары ауыл хужалығы өсөн күп йыллыҡ үлән сорты уйлап тапҡан. Мал аҙығы ҡәҙимгенһенә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк. Күп йыллыҡ мал аҙығы ҡәҙимгеҙенән бейеклеге һәм ҡуйылығы менән айырыла. Шулай уҡ ул төрлө ауырыуҙарға ла бик бирешеп бармай.

Ванюша, тип исемләнгән үҫемлектең яңы төрө, күп йыллыҡ үләндәр батшаһы люцернанан да файҙалыраҡ. Хатта ҡоролоҡ булған йылдарҙа ла үлән ҡуйы булып үҫә, сәскә ата ала. Яңы төр культура махсус генетик лабораторияла өйрәнелә. Унда селекция эше алып барыла. Төп талаптарҙың береһе – теге йәки был сиргә ҡаршы торорлоҡ күп йыллыҡ мал аҙығын үҫтереү, ти белгестәр.

Башҡортостан ғалимдарының ауыл хужалығы өлкәһенә индергән өлөшө юғары баһалана. Улар фәнни асыштарын Федераль дәүләт теркәүенә индерә килә. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында үҫтереү мөмкинлеген биргән туҡранбаш үләненең яңы сорты тиҙҙән республика баҫыуҙарына сәселәсәк.