Ауыл халҡы иҫәбен кәметмәҫкә, ауылда йәшәү шарттарын ҡаланыҡына тиңләргә, ауыл ерендә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Өфөлә ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү мәсьәләренә арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе асылды. Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан йыйылған 200-ҙән ашыу белгестең Өфөлә кәңәшләшеүе осраҡлы түгел. Республиканың ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү йәһәтенән уртаҡлашыр бай тәжрибәһе бар. Быны ауыл хужалығы тармағында үҫеш алған эшҡыуарҙар, фермер хужалыҡтары һәм шәхси –ярҙамсы хужалыҡтар мул күргәҙмә ойоштороп дәлилләне.
Кесе эшҡыуарлыҡ предприятиелары төбәктә дәүләт ярҙамына иҫәп тота, йүнселлектең теләгән төрөн яйға һала ала. Азамат Әхмәтйәнов етәкләгән икмәкхана бары бишенсе йыл эшләй. Тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәр тәүлегенә 800 берәмек аҙыҡ етештереп ике нөктәлә сауҙа итә. Икмәк иһә боронғо халыҡ ысулдары буйынса ҡомалаҡ сүпрәһендәәсетеп баҫыла. Киләсәктә бизнесты киңәйтеү ниәте бар, ти эшҡыуар. Кәңәшмәнең пленар ултырышында төбәктәрҙә ауылда кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси хужалыҡтарға ярҙам саралары, дискуссия майҙансыҡтарында ойоштороу һәм хужалыҡ итеүҙең аныҡ алымдары тураһында фекерталышыу үтте. “Тормош өсөн уңайлы шарттар” милли проекты буйынса Башҡортостанға 2022 йылға тиклем ауыл биләмәләрен үҫтереүгә 4 миллиаррд 700 миллион һум аҡса бүленә, шуларҙың 3 миллиарды федераль бюджеттан.