Һыйыр һауыусы роботтар

Тулыраҡ: Һыйыр һауыусы роботтар

30 йылға алдан хәстәрләп. Әбйәлил районында роботтар һыйыр һауа. Малға аҙыҡ һалыу, тиҙәктән таҙартыу эше лә робот иңендә. Ҡурала таналар бәйһеҙ аҫырала, һәүкәштәр теләгәндә ашай, эсә, ял итә. Һауыу урынына ла теләгән ваҡытта инә, унда инде үҙенең рационы буйынса ашарға бирелә һәм һөт һауып алына, бында робот хатта һөттөң составы тураһында мәғлүмәт бирә. Быға тиклем үҫемселек менән шөғөлләнгән "Красная Башкирия" хужалығы 5 йыл элек малсылыҡҡа иғтибарын йүнәлткән. Алдынғы кооперативтың хәҙер 3 фермаһы бар. Әммә, һуңғыһы иң замансаһы, бындай аҙбар Башҡортостанда юҡ. Донъяла Дания һыйырҙары иң яҡшылары тип иҫәпләнә. Шуға күрә, хужалыҡ уҙған йылда яңы комплекс өсөн сит илдән голштин тоҡомло таналар һатып алған. Улар яңыраҡ быҙаулай башлаған. Әлегә һыйырҙарҙы 6 робот һауа, әммә, был һан 12-гә еткереләсәк. Аҙбарҙа башҡа төр роботтар ҙа эшләй.

Роботтар хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға ярҙам итәсәк. Әлегә тәүлегенә 12 тонна һөт һауылһа, был һан 40 тоннаға еткереләсәк. Малсылыҡ комплексы иң сифатлы ризыҡ та бирәсәк. Предприятие һөт заводтарына ике партия продукция оҙатҡан һәм унда юғары сортлы икәнен раҫлағандар. Тимәк, бындай һөттән кескәйҙәр өсөн махсус аҙыҡ етештерергә лә мөмкин. Сит ил алымдарын йыш өйрәнгән хужалыҡ етәкселеге ыңғай тәжрибәне үҙендә ҡулланырға ҡарар иткән. Һамар фермаһы биләмәһендә ҙур ике база ҡалҡып сыҡҡан, бында башҡаларынан айырмалы һәүкәштәр тәүлегенә 3-5 тапҡыр һауыла. Предприятиела тик юғары белемле йәштәр эшләй. Киләсәктә роботтар аҙбарында 6 кеше генә ҡаласаҡ. Сөнки, башҡа белгестәргә ихтыяж юҡ. Был иһә хеҙмәт хаҡын 80 мең һумға еткерергә мөмкинлек бирә. Малсылыҡ комплексы тулы ҡеүәттә эшләй башлаһа инвестиция күләме 400 миллион һумдан ашып китәсәк. Был сумманы кооператив 5-7 йыл эсендә кире ҡайтарырға иҫәп тота.