Коронавирусты республикаға индермәҫ өсөн оператив штаб булдырылған

Тулыраҡ: Коронавирусты республикаға индермәҫ өсөн оператив штаб булдырылған

Кәңәшмәлә үлемесле вирустың таралыуын иҫкәртеүсе саралар тураһында фекер алыштылар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ҡытайҙа коронавирустан һәләк булғандар һаны мең өс йөҙгә еткән. Әлеге көндә 30 меңгә яҡын кеше был вирус менән зарарланған. Күрһәткестәр сәғәт һайын арта. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хәбәр итеүенсә, ошо арала Ҡытайҙан республикаға кире ҡайтарылған 662 турист тикшерелгән, уларҙың 19-ы коронавирусҡа шик менән дауаханаға оҙатылған. Улар барыһы ла Өфөнөң 4-се клиник инфекцион дауаханаһында ентекле тикшереү үткән. 14 кешелә коронавирус диагнозы инҡар ителгән. Ҡалған бишәүһе буйынса мәғлүмәт әлегә юҡ. Улар күҙәтеү аҫтында, дөйөм анализ һөҙөмтәләрен көтә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәйҙә коронавирус менән зарарланған ике осраҡ асыҡланды. Береһе Төмән өлкәһендә булһа, икенсеһе Байкал арьяғы крайында. Уларҙың икеһе лә – Ҡытай граждандары. Сирлеләр ентекле күҙәтеү аҫтында.