Беренсе класҡа ҡабул итеү

Тулыраҡ: Беренсе класҡа ҡабул итеү

Февраль башынан алып, балаларын беренсе класҡа ҡабул итеүҙәрен һорап 8 меңдән ашыу ата-әсә ғариза биргән. Быны «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектациялау» сайтындағы электрон сират аша эшләргә була. Мәҙинә быйыл беренсе класҡа бара. Әҙерлек дәрестәренә йөрөп уҡырға, яҙырға, һынарға ла өйрәнгән. Мәктәпте алдан һайлап ғариза яҙып ҡуйҙыҡ, ти Мәҙинәнең әсәһе Эльвира Ғәлина. Ата-әсәләр ғаризаны дөйөм белем биреү ойошмаһында ғына түгел, «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектациялау» сайтында электрон сират аша бирә ала. Һуңғы ике көн эсендә генә республика мәктәптәре һигеҙ меңдән ашыу ғариза ҡабул иткән, шуларҙың ете меңе-Өфө мәктәптәре. Беренсе класҡа ҡыҙын уҡырға биреүсе Лиана Ғүмәрованы ҡулдан ғариза яҙыу өсөн саҡырғандар.

Башҡортостан мәктәптәрендә балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү ике этапта уҙа. Беренсеһе дөйөм белем биреү учреждениеһына беркетелгән биләмәлә йәшәүсе уҡыусылар өсөн 1 февралдән 30 июнгә ҡәҙәр. Икенсеһе – мәктәпкә беркетелгән биләмәлә теркәлмәгәндәр өсөн – 1 июлдән 30 авгусҡа тиклем. Электрон сират аша уҡыу йортона ғариза тапшырырға теләүселәр һаны күп булғанлыҡтан система менән бер аҙ уңайһыҙлыҡтар килеп сыға. Бигерәк тә был хәл Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында күҙәтелә Баланы беренсе класҡа ҡабул итеү өсөн ата-әсәләргә ҡабул итеү тураһында ғариза, буласаҡ уҡыусының тыуыу тураһында таныҡлығының төп нөхсәһен йәки ғариза тапшырыусының туғанлығын раҫлаусы документ, медицина картаһын тапшырырға кәрәк. Белгестәр фаразлауынса, яңы уҡыу йылында 50 меңдән ашыу уҡыусы беренсе класҡа бара. икенсе этапта ғариза биреүсе ата –әсәләр өсөн яңылыҡ та бар – өлкән ул-ҡыҙҙары белем алған мәктәптәргә кесе туғандарын бер ҡыйынлыҡһыҙ урынлаштырырға мөмкин буласаҡ.