"50+" телестудияһы

Тулыраҡ: "50+" телестудияһы

Туймазы ҡалаһында үҙенсәлекле студия эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр үҙҙәрен тележурналистика өлкәһендә һынай. Опретаорҙар, хәбәрселәр, ҡораусылар бар унда. Мәктәп йылдарынан уҡ фото, видеоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһынған телеоператор Усман Ажбиев һәм хәбәрсе Татьяна Кузнецова исемдәре Туймазы урамдарына бирелгән Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында репортаж әҙерләй. Журналист һөнәре еңелдән түгел, ти улар, әммә ҡыҙыҡлы. Аҙаҡ төшөрөлгән материал менән улар телестудияға ҡайта. "50+" телестудияһы хаҡлы ялдағыларҙы берләштереүсе "Минең йылдарым — минең байлығым" үҙәгенең бихисап башҡарған эштәренең бер йүнәлеше генә. Студияға ҡайтыу менән хәбәрселәр текст өҫтөндә эшләй.

Артабан эште ҡораусылар дауам итә. "50+" телестудияһы ххеҙмәткәрҙәре бер йыл дауамында телевидение эшенең үҙенсәлектәрен өйрәнгән. Улар иңендә 180-дән ашыу репортаж бар. Ә тулы сығарылыштарҙы интернет селтәрендә табып ҡарарға мөмкин. Бер телеканалдарҙан да ҡалышмай уларҙың студияһы. Розалия Ямашева бөтә репортаждарҙы иғлан итә. Коллективты Туймазыла ғына түгел, эргә-тирәләге райондарҙа ла ҡарайҙар. Уларҙың эштәре төрлө фестиваль, бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. Үҙ һөнәренә яуаплы ҡараған өлкән журналистарҙың уңыштары уларҙың татыу булыуы һөҙөмтәһе лә.