Юлдарҙың сифатын тикшереүсе күсмә лаборатория

Тулыраҡ: Юлдарҙың сифатын тикшереүсе күсмә лаборатория

Өфөлә күсмә телевизион станцияһы яңы һулыш ала. 1980-се йылғы Олимпиаданы трансляциялауҙа ҡатнашҡан һәм Башҡортостан телевидениһының алтын фондын тәшкил иткән кадрҙар төшөргән станция республика юлдарының сифатын тикшерергә сыға. Был кадрҙар хәҙер телевидениеның алтын фонды. Ул ғына ла түгел 80-се йылдарҙа республикалағы бөтә мөһим саралар, баш ҡалала булһынмы, алыҫ райондарҙа бойҙай баҫыуы булһынмы тап ошо «Магнолия» күсмә телевизион станцияһы ярҙамында төшөрөлгән. Ул Камаз автомобиле нигеҙендә Финляндияла Башҡортостан телевидениеһы өсөн махсус йыйылған. 2007 йылда яңыртылған күсмә станциялар ҡайтарылғандан алып « Магнолия » ПТС-тары эшен туҡтата.

Хәҙер бында режиссер пульты һәм телевизион камералар юҡ. Әммә ул башҡа йүнәлештәге заманса техника менән йыһазландырылған. Күсмә станция артабан республика юлдарының сифатын тикшерәсәк. Автомобиль юлдарын капиталь төҙөкләндереү, яңы япма түшәү менән бер рәттән белгестәр урында уҡ экспертиза үткәрә. Бының өсөн төҙөлөш өлгөләрен йөҙәр саҡрым араға ташыу кәрәкмәйәсәк. Уның ярҙамында белгестәр асфальт-бетон ҡатышмаһын түшәмәҫ элек тикшерә ала. Быға тиклем урында геометрик мәғлүмәттәр генә алыу мөмкин булһа, күсмә лаборатория ярҙамында япманың таушалыуға ҡаршы тороусанлығын урында билдәләү мөмкин буласаҡ. Төбәк юлдарының япмаһын тикшереүсе күсмә лаборатория ошо көндәрҙә үҙ эшен башлай. Бындай күсмә лаборатория әлегә Рәсәйҙә берәү генә. Шулай булғас ул Федераль трассаларҙы ла тикшерәсәк. Тимәк беҙҙең юлдарҙың сифаты ярайһы уҡ яҡшырыр тигән өмөт бар.