Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, Русфонд хәйриә фонды менән берлектә изгелек марафонын дауам итә. Бөгөн 9 йәшлек Ильяс Шәрипов мәрхәмәтле тамашасыларҙың ярҙамына мохтаж. Малайға өс йәш ярымда 3-сө дәрәжә ике яҡлы ҡолаҡҡа ҡатылыҡ тигән диагноз ҡуялар. 5 йыл элек алған аппарат сафтан сыҡҡан, ә табиптар яҙған яңы цифралы аппарат Ильясҡа тулы кимәлдә үҫешергә, аралашырға, уҡырға ярҙам итәсәк. Бының өсөн 185 мең һум аҡса талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһенең тауышын Ильяс ишетмәй. Бының өсөн уға көслө ишетеү аппараты кейергә тура килә. Малай кендек бауы менән ике тапҡыр уралып, кислородҡа ҡытлыҡ менән тыуа. Бала табыу йортонан сыҡҡанда әсәгә бер ниндәй кәңәштәр бирелмәй.Тик күпмелер ваҡыттан һуң баланың үҫешендә тотҡарлыҡтар һиҙелә башлай.Балалар баҡсаһына барғас ҡына белгестәр сабыйҙы сурдологҡа күрһәтергә кәңәш итә. Өс йәш ярымда Ильясҡа ике яҡлы 3-сө дәрәжә ҡолаҡҡа ҡатылыҡ тигән диагноз ҡуялар. Һәм иң көслө аппарат алырға кәңәш итәләр. Ишетеү аппараты кейгәс баланы башта донъяның күп төрлө тауыштарҙан тороуы ҡурҡыта. Бала ҡорамалды бер-нисә тапҡыр һындырып та ташлай. Яйлап өндәрҙе, һүҙҙәрҙе әйтергә өйрәнә.Ильясҡа хәҙер туғыҙ йәш, ул башҡа балалар менән бергә ябай мәктәптә уҡый. Үҙенең тырышлығы арҡаһында башҡаларҙан ҡалышмай. 5 йыл элек алған ишетеү аппаратының ваҡыты май айында уҡ үткән. Ә унһыҙ бала бөтөнләй ишетмәй тиерлек. Сафтан сыҡҡан ҡорамал шаулай, Ильясҡа сит тауыштар ҡамасаулай. Дәрестә ҡабаттан һорарға мәжбүр. Ике бала тәрбиәләүсе әсәнең ҡиммәтле аппарат алырға аҡсаһы юҡ. Әсә кеше балаһын һөйләшергә өйрәтеү өсөн Дефектолог һөнәрен дә үҙләштерә. Улының пенсияһы дауаланыу өсөн препараттар алыуға китә. Ильяс Шәрипов телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Малайға һәр кем ярҙам ҡулы һуҙа ала. Бының өсөн 5542 һанына латин хәрефтәре менән DETI һүҙен яҙып смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Бер СМС-хәбәр хаҡы 75 һум. Күпме хәбәр ебәрһәгеҙ ҙә мөмкин, әгәр һораһа, телефон операторына, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Ашнаҡсы булырға хыялланған Ильяс аш бүлмәһендә әсәһе менән төрлө тәмлекәстәр бешерә. Иң яратҡан ризығы-ҡоймаҡ. Ә әсә кешенең хыялы әлбиттә — балаһының сәләмәтлеге.
9 йәшлек Ильяс Шәрипов мәрхәмәтле тамашасыларҙың ярҙамына мохтаж
Тулыраҡ: 9 йәшлек Ильяс Шәрипов мәрхәмәтле тамашасыларҙың ярҙамына мохтаж