Республика йәмәғәтселеге бөйөк шәхесте иҫкә ала

Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге бөйөк шәхесте иҫкә ала

Бөйөк башҡорт шағиры, драматург, публицист, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бөгөн тыуған көнө. Юғары күңелле, сикһеҙ ихлас, алсаҡ, халҡым, тип янған ил улы күптәр өсөн өлгө, өмөт һәм ышаныс сығанағы ине. Яратып, ихтирам итеп, уға барыһы ла Мостай ағай, тип өндәште. Тәүге шиғырын алтынсы синыфта ижад итеп, 16 йәшендә шиғырҙар йыйынтығы баҫтырып сығарған тәжрибәле аҡһаҡалдан кәңәш һорап барыусылар ҙа бихисап ине. Әллә нисә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының пьесаларына ҡуйылған спектаклдәрендәге геройҙарҙың яҙмышынан тетрәнде, уларға оҡшарға тырышты. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон — оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре хәҙер инде классик сәхнә әҫәрҙәре, Башҡортостан халҡы ғына түгел, донъя тамашасыһының күңелен яулаған спектаклдәр. Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланған. Ул Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры – һанай китһәң, тағы ла әллә күпме премиялар лауреаты, ордендар, миҙалдар хужаһы.Шулай ҙа уның исемен наградалары түгел, ә башҡарған эше мәңгеләштерә. Әҙиптең исеме республика ҡала һәм ауылдарының урам алтаҡталарында, белем биреү һәм мәҙәниәт усаҡтарында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтып, илдәге тыныслыҡ яҡлы булған яугир-шағиралтын көҙөнә тиклем йәшлек ялҡынын, изгелек һәм кешелеклелек тойғоларын һаҡлап ҡалыусы бөйөк романтик булып хәтерендә ҡалды. Йыл да Мостафа Сафа улының тыуған көнөндә фекерҙәштәре, яҡындары, дуҫтары һәйкәле янына сәскәләр менән килә. Үҙе ун йыл элек арабыҙҙан китһә лә ил улына, бөйөк әҙипкә хөрмәт күрһәтә, дан йырлай.