Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған. Улар тыуған яғындағы хәл тураһында яҡшы хәбәрҙәр һәм яҡындары өсөн борсола.
5 ҡатлы бина, 1-се ҡатында дауахана, ҡалған дүртендә бөтә Рәсәйҙән, шулай уҡ сит илдән килеп уҡыған студенттар йәшәй. Мөдир ятағы Ҡытай студенттары бүлмәһенә оҙатты. Өфө нефть-техник университетында уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе ҡышҡы каникулда тыуған яғына ҡайтмаған. Карантинға бәйле ҡатмарлы хәл быға тәү сәбәп. 5-се курста уҡыған Пэн Цзин беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы һәм тыуған яғынан алып килгән йәшел сәй тәҡдим итте.
Цзин Ҡытайҙың төнъяғынан — Хэйнан провинцияһындағы Пуян ҡалаһынан. Тыуған ерен һағынһа ла, һирәк ҡайтырға тура килә. Ҡышҡы каникулды Өфөлә үткәреүенә артыҡ үкенмәй, алыҫ юлға 2-шәр тәүлек ваҡыт китә, ти ҡыҙ. Магистратурының икенсе курсында белем алған ҡыҙ әле диплом эшен әҙерләй. Шуға күрә ял көндәрендә лә ваҡыт яғы бик тығыҙ. Цзин беҙҙең менән бер аҙ аралашҡас, университетҡа лекцияға юлланды. Беҙҙең ҡышҡы һалҡындарға ул күптән күнеккән.
Өфө нефть-техник университетында 1 мең ярым сит ил студенттары уҡый, шуларҙың 41 студент Ҡытай халыҡ республикаһынан. Рус телен бөтөнләй белмәй килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатмарлы предметтарҙы рус телендә өйрәнә. Цзин үҙенә ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған, торба үткәреүсе транспорт факультетын тамамлағас, тыуған яғына ҡайтып инженер булып эшләйәсәген белдерҙе. Әле иһә ул яҡындары өсөн борсола, лекцияларҙан һуң ятаҡҡа ҡайта һалып видеобәйләнешкә сыға. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, короновирус 25 меңгә тиклем кешене зарарлаған. Ҡытай халыҡ республикаһы сигендә 191 кешелә был диагноз раҫланған, 500-ҙән ашыу кеше һәләк булған. Ҡытайҙа карантин контроле көсәйтелгән – мәктәп каникулдары оҙайтылған, граждандар өйҙән эшләргә мәжбүр. Цзин Пэн быйыл май айында уҡыуын тамамлай һәм ҡулына диплом аласаҡ. Был ваҡытҡа тыуған иленең сир афәтенән ҡолтолоуына ышана.