Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика саралары тураһында иҫкәртә һәм күмәк халыҡ йыйылған урындарға бармаҫҡа, битлек кейергә, ҡулдарҙы һабын менән йыуырға, бүлмәне даими елләтергә тәҡдим итә. Һуңғы аҙнала республикала грипп һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләүселәр һаны ҡырҡа артҡан. Уларҙың күбеһе 14 йәше тулмаған балалар. Гриппҡа ҡыҫҡа инкубацион осор хас. Ауырыу йоҡҡандан алып, клиник билдәләр барлыҡҡа килгәнсе 12-48 сәғәт үтә. Грипп ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шаҡтай кешене аяҡтан йығыуы ихтимал.
Баш ауыртһа, мускулдар, быуындар һыҙлаһа, ҡапыл температура күтәрелһә– был грипптың иң төп билдәләре, ти табиптар. Бер сирләгән кеше ике-өс кешене зарарлай ала. Киҙеү ваҡытында, башлыса, өйҙә ултырырға кәрәк. Өйҙә танауҙарҙы йыуырға, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатырға, сода эретмәһе, ромашка, шалфей үләндәре менән ауы-танауҙы сайҡатып торһағыҙ грипп эләктереү мәмкинлеге кәмей. Шулай ҙа, инфекция эләктергән осраҡта сирле мотлаҡ медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә тейеш. Юғиһә, өҙлөгөү осрағында, пневмания, отит үҫеше, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үҙәк нерва системалары зарарланыуы ихтимал. Табип ҡына диагноз ҡуйып, дауалау ысулдарын билдәләй ала. Шуға ла үҙ-аллы дауаланырға ашыҡмағыҙ,тип киҫәтә медицина белгестәре.