Был турала Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында авиабәйләнеште тулыһынса ябыу өсөн нигеҙ юҡ. Коронавирус башланыу сәбәпле 1 февралдә Рәсәй менән Ҡытай араһында авиабәйләнеш сикләнгәйне. Транспорт министрлығы авиакомпанияларға пассажирҙарҙы илгә ҡайтарыу өсөн Рәсәй ҡалаларынан Ҡытайға чартер рейстарын башҡарырға рөхсәт бирҙе.
Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ
Тулыраҡ: Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ