Өфө нефть техник университетында 50-гә яҡын Ҡытай студенты уҡый. Берәүҙәре яңы йыл каникулдарына ҡайтып өлгөрһә, икенселәре оҙайлы ялды башҡалала үткәрергә мәжбүр. Тыуған яҡтарына ҡайтып киткәндәр әлегә өйҙәрендә ҡалған. Өфөлә Ҡытай студенттары уҡыуҙарын дауам итә. Хэйнан виләйәтенең Пуян ҡалаһынан Пэн Цзин менән хәбәрсебеҙ осрашты. Өфө нефть-техник университетында уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе ҡышҡы каникулда тыуған яғына ҡайтмаған. 5-се курста уҡыған Пэн Цзин беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы һәм тыуған яғынан алып килгән йәшел сәй менән һыйланы.
Цзин Ҡытайҙың төнъяғынан — Хэйнан виләйәтендәге Пуян ҡалаһынан. Ҡышҡы каникулды Өфөлә үткәреүенә артыҡ үкенмәй, алыҫ юлға 2-шәр тәүлек ваҡыт китә, ти ҡыҙ. Магистратурының икенсе курсында белем алған ҡыҙ әле диплом эшен яҙа. Шуға күрә ял көндәрендә лә уның ваҡыт яғы бик тығыҙ.Цзин беҙҙең менән бер аҙ аралашҡас, университетҡа лекцияға юлланды. Беҙҙең ҡышҡы һалҡындарға ул күптән күнеккән. Өфө нефть-техник университетында 1 мең ярым сит ил студенты уҡый, уларҙың 41-е Ҡытай халыҡ республикаһынан. Рус телен бөтөнләй белмәй килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатмарлы предметтарҙы рус телендә өйрәнә.
Цзин үҙенә ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған. Торба үткәреүсе транспорт факультетын тамамлағас, тыуған яғына ҡайтып инженер булып эшләйәсәк. Әле иһә ул яҡындары өсөн борсола, лекцияларҙан һуң ятаҡҡа ҡайта һалып видеобәйләнешкә сыға.Ҡытайҙа карантин сәбәпле мәктәптәрҙә каникулдар оҙайтылған, кешеләр өйҙән эшләргә мәжбүр. Цзин Пэн быйыл май айында уҡыуын тамамлай һәм ҡулына диплом аласаҡ. Был ваҡытҡа тыуған иленең сир афәтенән ҡотолоуына ышана.