Нимә ул социаль контракт?

Тулыраҡ: Нимә ул социаль контракт?

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров донъяла короновирусҡа бәйле борсоулы хәлгә туҡталып, контролде көсәйтергә саҡырҙы. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ. Республикала “башҡорт ихаталары” программаһына үҙгәрештәр индерелә. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығына бәйле проектта ҡатнашыусыларға уңайлы шарттар тыҙырыла. Тәү сиратта, ул көнәркәшлек сәйәсәтен камиллаштырыуға бәйле. Был хаҡта Радий Хәбиров етәкселегендәге кәңәшмәлә айырым билдәләнде. Башҡарылған эштәргә хәҙер айырым ойошмалар, муниципаль берәмектәр комиссиялары ғына түгел, ә ошо төркөмгә ингән торлаҡ хужалары ла баһа бирәсәк.

Тағы бер яңылыҡ, ҡулланылған материалдарҙы республика ойошмалары етештерергә тейеш. Быйыл Башҡортостанда барлығы 390 ихата яңыртыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров, мәҫәлән, айырым райондарға бүленгән суммалар менән риза түгел. Борай менән Бөрйәнгә ни бары икешәр миллион һум ғына аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостан башлығы ихаталарҙы төҙөкләндереүҙә тап урындағы етештереүселәр тауарҙарына өҫтөнлөк бирергә саҡыра. Халыҡ тормошо сифатын яҡшыртыу ихаталарға ғына бәйле түгел. Социаль контракт системаһы ла “башҡорт ихаталары” программаһы кеүек тәүге һынау уҙа. Биш йыл эсендә республикала 6 меңгә яҡын кеше ошондай килешеү төҙөгән. Документҡа ярашлы, 5 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 280 миллион һум аҡса күсерелгән. Был суммаға шәхси хужалыҡтар мал һатып алып, туҡланыуын яҡшыртҡан. Тик һөҙөмтәләр ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Социаль контракт менән халыҡ таныш булырға тейеш. Радий Хәбиров был мәсьәләне айырым күҙәтеүгә алырға бойорҙо. Башҡортостан район-ҡалаларында халыҡтың социаль йәшәү кимәле туранан-тура уның именлегенә бәйле. Был йәһәттән муниципаль берәмектәргә эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнеш кәрәк. Маҡсат айырым райондарҙа бөтөнләй тормошҡа ашырылмай. Урындағы ҡаҙналар уртаҡ программаларҙы бойомға ашырыу өсөн бер тин дә бүлмәгән.Халыҡ дружинасылары һаны кәмеүе лә, йәмәғәт именлеген хәүеф аҫтына ҡуя. Республиканың тәртип һаҡлау системаһы алдында торған бурыстарҙы бер көндә генә хәл итеп булмай.

Халыҡ именлегенең йәнә лә бер нигеҙе – уның сәләмәтлеге. Был мәсьәлә һуңғы көндәрҙә айырым иғтибарҙа. Уның сәбәбе лә билдәле – Ҡытай короновирусы. Республикала әле грипп эпидемияһы режимында йәшәһә лә, ауырыуҙан һәләк булыусылар юҡ. Табиптар әйтеүенсә, сир тәү сиратта балаларҙы аяҡтан йыға. Тын юлдары сирҙәре арҡаһында бер аҙнала 640 кешене дауаханға һалғандар. Инфекция арҡаһында Өфө менән Нефтекаманың бөтә мәктәптәре карантинға ябылған. Башҡортостанға әле грипптың А һәм Б төрҙәре үтеп ингән. Ҡыуандырған шул, Башҡортостанда короновирус теркәлмәгән. Килеп тыуған хәлгә иғтибар үҙәгендә ҡала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, сир һәм инфекция йәмғиәттә ҡурҡыу тыуҙырырға тейеш түгел. Башҡортостан башлығы шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар, халыҡ – ара ҡатын ҡыҙҙар көндәрен үткәреүгә лә етди ҡараш талап итә.