Был аҡыллы йортта һауа температураһы үҙе көйләнә. Өфө районы Таптыҡ ауылында үҙенсәлекле йорт бар. Уны кемдер экологик йорт тип йөрөтә, кемдер өсөн ул йәшел өй, ә ҡайһы берәүҙәр уны аҡыллы йортҡа тиңләй. Был йортта шпиондар йәшәй тиерһең. Янып һүнеп торған приборҙар, йәшерен ниндәйҙер ҡоролмалар, пульттар. Тик хужаның һөйләүенән генә уларҙың барыһының да инженерия алымдары булыуына төшөнәһең.
Өй йылы, ә йылытыу торбаларын бер ҡайҙа ла күрмәҫһең. Йорттоң йылытыу, вентиляция системаһы тулыһынса автоматлаштырылған. Һәр комнатала икешәр вентиляция диффузорҙары урынлаштырылған, ҡайһы бер комнаталарҙа фанкойлдар бар.Айырым бүлмәлә пульт урынлашҡан.Тағы ла ҡояш коллекторы бар. Ул хатта көндөң йонсоу ваҡытында, буранлы көндәрҙә лә 30 градус йылы бирә. Коллекторҙарҙы айырым урынлаштырырға була, ти хужа һәм бигерәк тә газ үтмәгән йорттар өсөн ул ҡулайлы, тип уртаҡлаша.Сатлама һыуыҡтарҙа ла майҙаны 200 квадрат метрға тиң йортто йылылыҡ һәм ут менән тәьмин итеү күп тигәндә ике мең һумға төшә.
Яңы технологиялар өйҙөң хәүефһеҙлеген дә тәьмин итә.Альфред һөнәре буйынса инженер һәм “йәшел” йорт төҙөү тураһында ул күптән хыяллана. Ике йыл элек Японияла стажировка үтеп ҡайтҡандан һуң, идеяһын тормошҡа ашыра башлай. Японияла хатта бындай системаға таянып тотошлай ауылдар төҙөлә, ти ул. Башҡортостанда ла ошондай биләмә төҙөү – уның артабанғы хыялы. Әлегә проект ҡағыҙға төшөрөлгән, ер биләмәһе билдәләнгән, һөйләшеүҙәр алып барыла. Тимәк бер нисә йылдан республикала ҡояш һәм ер йылыһынан файҙа күргән хужалар һаны тағы ла артасаҡ.