Өфөлә Ҡатнаш алыш буйынса үҫмерҙәр һәм ир-егеттәр араһында республика чемпионаты һәм беренселеге үтте. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған чемпионатта республиканың 17 спорт клубынан 170-кә яҡын спортсы катнашты. Айнур Ибраһимов – “Алдар” спорт клубының иң өмөтлө спортсыларының береһе. Алышты лайыҡлы үткәреү-һәр спортсының төп бурысы, ти егет. Был юлы уңыш Айнур яҡлы булмаһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй, киреһенсә, үҙ хаталарын аңлап, улар өҫтөндә етди эшләргә кәрәк, ти йәш спортсы. Республиканың төрлө төбәктәренән 17 спорт клубы һәм 170 яҡын спортсы.
Динамо спорт комплексы Ҡатнаш алыш бәйгеһе буйынса үҫмерҙәрҙе һәм ир-егеттәрҙе республика Чемпионаты һәм беренселегенә йыйҙы. ММА - сағыштырмаса йәш спорт төрө. Ул тиҫтәләгән алыш техникаһын, йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.3 минутлыҡ ҡына алыш. Әммә күпме көс, таһыллыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап итә ул спортсынан. Бәйгелә һәр ҡатнашыусы үҙе теләгән техника буйынса көрәшә. Әммә улар ҡатнаш алышта ҡулланыла торған бөтә төр алымдарҙы ла яҡшы белергә тейеш. Башҡортостанда был спорт төрө Федерацияһы 5 йыл эшләп килә. Беренсе бәйгелә 23 егет ҡатнашты, тип хәтерләй ойошма етәксеһе Руслан Зарипов. Хәҙер республика буйынса ҡатнаш алышты үҙ итеүселәр һаны 3 меңдән аша. Шуныһы ҡыуандыра, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ла иң күп ҡатнашыусылар Башҡортостандан килгән спортсылар. Халыҡта әле булһа ММА – ул бер ниндәй ҡәғиҙәләрһеҙ алыш, тигән хаталы фекер йөрөй.
Ысынында иһә, был спорт төрөнөң ҡәғиҙәләре бихисап. Улар даими рәүештә яңыртылып, тулыланып тора. Тренерҙарҙың әйтеүенсә, ҡатнаш алышта тәү сиратта физик әҙерлек түгел, бәйгесенең алыш тактикаһы өҫтөнлөктө ала. Был бәйгелә йәш егеттәр һәм ирҙәр менән бер рәттән, тәүге тапҡыр рәсми рәүештә ҡыҙҙар ҙа көс һынашты. Чемпионат һәм беренселек йомғаҡтары буйынса, дөйөм команда зачетында 12-нән 17 йәшкә тиклемгеләр араһында беренселекте Өфөнөң ММА академияһы спорт клубы яуланы. 18 йәште уҙғандар араһында ла Өфөнөң ММА үҙәге беренсе урынға сыҡты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, беренсе урын яулаусы спортсылар март һәм май айҙарында Пенза, Балахна ҡалаларында уҙасаҡ Волга буйы федераль округы чемпионаты, Рәсәй беренселегендә Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғын алды.