Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған миҙалдар тапшырҙы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған махсус миҙал Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән булдырылды һәм беренселәрҙән булып уны республика етәксеһе ҡулынан 10 яугир алды. Барлығы Башҡортостанда 22 мең ошондай юбилей наградаларын биреү ҡаралған. Уларҙың ҡайһы берҙәрен район-ҡалаларға сәфәре барышында Радий Хәбиров шәхсән бүләк итәсәк.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән аралашты һәм Өфөлә үтәсәк хәрби парадҡа һәм Үлемһеҙ полк акцияһына саҡырҙы. Быйыл Өфөлә беренсе тапҡыр техника ҡатнашлығында парад ойошторола. Үлемһеҙ полк акцияһы ла киң масштабта уҙғарыла. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сарала 150 мең кеше ҡатнашыр тип көтөлә.