Мисирев йәки Мисарев – фамилияның бер хәрефе дөрөҫ яҙылмаған өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөй. Бер туған ағалары уны оҙаҡ йылдар эҙләй, һуңынан был эште уларҙың балалары дауам итә һәм 2015 йылда һалдаттың ерләнгән ҡәберенә барып ҡайталар. Мисиревтар ғаиләһе өсөн Өфөнөң 53-сө мәктәбендәге музей иҫтәлекле урындарҙың береһе. Тап ошо белем усағында улар олаталарына арналған даими күргәҙмә ойоштора. Самолеттар моделе, летчиктарҙың шәхси әйберҙәре, летчиктарҙың фотоһүрәттәре – был ҡомартҡыларҙы Башҡортостандың авиация ветерандары советы рәйестәше Анатолий Мисирев туплаған.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тап ошо мәктәптә мотор эшләү заводының цехы урынлашҡан булған. Мисиревтар ғаиләһе лә бай тарихлы белем усағын тамамлай. Уларҙың атаһы Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, Бүздәк районы Ғафури ауылынан ғаиләһе менән Максимовкала төпләнә. Мисиревтар ғаиләһе өсөн Бөйөк Ватан һуғышы әле булһа тамамланмаға тиергә мөмкин. Улар аталарының хәбәрһеҙ юғалған ҡустыһы — Василий Тимофеевич Мисаревты эҙләй.Тик 1983 йылда ғына хәбәрһеҙ юғалған Василий Мисарев хаҡында Бүздәк районы Ғафури ауылына үлеү тураһындағы ҡағыҙ килгән. Ҡара ҡағыҙҙа фамилияның бер хәрефе дөрөҫ яҙылмаған була, шуға күрә төбәлгән адрес буйынса хәбәр барып етмәй.Эҙләнеүҙәр оҙаҡҡа һуҙыла. Анатолий Мисирев атаһының васыятын үтәй. 2015 йылда атаһының ҡустыһы ерләнгән ҡәбергә барып ҡайта. Үҙәк архив мәғлүмәттәре буйынса,
Василий Мисарев 1939 йылда Алыҫ Көнсығышта әрмегә алына, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 217-се уҡсылар дивизияһы составындағы 755-се уҡсылар полкында кесе сержант булып хеҙмәт иткән. Полк консығыштан көнбайышҡа юлланған. Василий Мисарев Белоруссия ерендә һәләк булған.Анатолий Мисирев үҙ сиратында бабаһының исемен тергеҙеүҙә күп көс һала. Хәҙер Василий Мисаревтың исем –шәрифтәре уның тыуған яғы Бүздәк районында ҡуйылған стеллала теркәлгән. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтмаған һалдат хаҡында уның яҡташтары, йәш быуынға бәйән итә.217-се уҡсылар дивизияһының 755-се полкы һалдаты хәтирәләре 53-сө дөйөм белем биреү мәктәбе музейында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡомартҡылары менән бергә һаҡланасаҡ. Олаталарының ҡаһарманлығы хаҡында йәш быуын мотлаҡ белергә тейеш, ти Мисиревтар ғаиләһе.